lirik lagu rena rnt – ҡайтмаған һайын (every time he doesn’t come back)
Loading...
китәм тағын алыҫтарға һине ҡалдырып
ҡалаһың бошоноп, әсәй, мине ҡайғыртып
көтөрһөң һин таңға ҡәҙәр булһам юлымда
хәлең килһә булыр инең һәр саҡ янымда
бөтә ҡайғы~хәсрәттәрҙән һәр саҡ аралап
туҡтамайһың йөрәгеңде үҙеңдең яралап
ҡыйын миңә иҫкә төшһә иҫәр үҫмер сағым
күпме сәстәрең ағарҙы мин ҡайтмаған һайын
күгәргән битемде күреп күҙең йәшләнде
минең уңышһыҙлыҡтарға йәнең өҙгөләнде
улың~ дәрүиш, тора алмай һис бер урында
мин яратам һине әсәй, шуны онотма
нимәләр генә ҡылһам да һин һәр саҡ аңлайһың
күңелде бушатҡан саҡта бүлдермәй тыңлайһың
тик ниҙәр һинең күңелеңдә ~ юҡ һорағаным
мин бит һәр саҡ юлда, бына~ китәмен тағын
Lirik lagu lainnya:
- lirik lagu 緋月ひの (hizuki hino) – eye
- lirik lagu kemay – qjs/adieu
- lirik lagu lowkey-e – feelings (take flight)
- lirik lagu mun zay – imperfect
- lirik lagu витя ак (vitya ak) & tip – рэп-н-бит (rap’n’beat)
- lirik lagu platov & dj haydn – rip forest
- lirik lagu charanga habanera – a mi me gustan todas
- lirik lagu scott krippayne – the day i lay my isaac down
- lirik lagu carys rose – i’ve never been so in love
- lirik lagu dave east, buda & grandz & dj drama – seen a lot