lirik.web.id
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

lirik lagu ural vasyaty - ay yola

Loading...

[припев]
борон~борон~борондан
башлана шул васыят
урал батыр ҡалдырған
йолаларҙың асылы

килә торор халыҡҡа
яуызлыҡ гел яу булып
һәәәәй
ябырылыр дау булып

[куплет 1]
ирмен, тигән ир~батыр
шып~шым ҡарап торормо?!
яуызлыҡҡа баш эйеп
ҡолдай ярап торормо?!

яҡшылыҡҡа — яҡшылыҡ
ҡыла торған йола бар!
яуызлыҡҡа — ҡаршы яу
сыға торған йола бар!

[припев]
борон~борон~борондан
башлана шул васыят
урал батыр ҡалдырған
йолаларҙың асылы
килә торор халыҡҡа
яуызлыҡ гел яу булып
һәәәәй
ябырылыр дау булып

[куплет 2]
ерем~халҡыма бөрктөм
йәншишмәнең бар һыуын
ҡанда — мәңгелек тамсыһы
белһен шуны hәр быуын!

бик борондан hәp батыр
иле өсөн яратыр
ныҡ тотор ул йоланы
халҡы өсөн йән атыр

[куплет 3]
йәншишмәнең һыу юлын
һеҙгә әйтеп ҡалдырам
уның юлы — яратыу
уның юлы — тоғролоҡ

яратыу үҙ халҡыңды
яратыу үҙ телеңде
тоғролоҡ үҙ илеңә
тоғролоҡ үҙ динеңә
[припев]
борон~борон~борондан
башлана шул васыят
урал батыр ҡалдырған
йолаларҙың асылы

килә торор халыҡҡа
яуызлыҡ гел яу булып
һәәәәй
ябырылыр дау булып

[bis]
борон~борон~борондан
башлана шул васыят
урал батыр ҡалдырған
йолаларҙың асылы

борон~борон~борондан
башлана шул васыят
урал батыр ҡалдырған
йолаларҙың асылы


Lirik lagu lainnya:

LIRIK YANG LAGI HITS MINGGU INI

Loading...