lirik lagu s.e.r. (rus) - февраль (february)
[«февраль» йырының һүҙҙәре]
[текст песни «февраль»]
[куплет 1: s.e.r.]
февраль аҙағында уйлағанда, «күпме ҡалды?», тип (күпме?)
тымырға әсе ел сәс еҫең иҫкә алып, мин
яҙырмын һиңә, ғүмер яҙы, умырзаяһы
һәм һөйләрмен һиңә, ҡайҙа, нисек булдым насар ныҡ
нисек теләнем тормоштоң күрергә тик рәхәтен
минең кеүектәргә, беләһең, күптәр мәрхәмәтле
яҙмышыбыҙ яҙылһа, яҙылған ул ҡәләм менән генә
юйып төҙәтер инек, урынына яҙырға белһәк, нимә (нимә?)
иртән булыр яңы таң, мин яратырмын шулай уҡ
йәндәр йәнгә, тәндәр тәнгә, әйҙә, бер ҡушылайыҡ
хуш йылмай, мин әлегә хушлашмай торамын (юҡ)
бәхет минең өсөн түгел, бәхетле шағир ташлай ҡоралын (аһа)
ҡолармын, ҡосағыңа татлы иҫтәлектәр
хәҙер ҡалманы кейем дә, хатта, еҫтәрең дә
мин яҙырмын һиңә, белеп яуап ҡайтарыуыңды
яҙырмын, нисек әсе елгә ҡаршы атлап арыным
[ҡушымта: lenar15kh]
әллә тыуғанға ҡышын, мин табалмайым ышыҡ
һин күрмәнең минең эске алда ныҡ тышҡы[?]
берәй нимә әйт миңә, яндыр, ҡулға ал шырпы
бул илһамым минең, етәр, булма һағышым[?]
әллә тыуғанға ҡышын, мин табалмайым ышыҡ
һин күрмәнең минең эске алда ныҡ тышҡы[?]
берәй нимә әйт миңә, яндыр, ҡулға ал шырпы
бул илһамым минең, етәр, булма һағышым[?]
[куплет 2: s.e.r.]
буран, миңә тип, яңы йыр йырлай
ышанам, булмаҫһың һуңғы, февраль (юҡ)
баҫҡанда 25~кә (а?), яҙғанда, кире йәшермәм (эйе)
ҡайҙалыр йыр ишетелә (ишетәм), тип ҡарҙа ерем ишелһә
белмәйем, белгем килмәй, ни булыр иртәгә (нимә?)
бөгөн мине кисә булған ҡулың иркәләй
иртәләр беҙҙе айырырҙар
иркәм, бер генә миңә бары йырла
өшөнөм, мөйөшөмдө таба алмай бында (ҡайҙа?)
миңә йылы, бар донъям янғанда ғына
ҡалырмын көлгә, ҡара быға кинәнеп
һин һаман ҡалтырайһың, йылытайым, кил әле (кил!)
белмәгәндә, ҡайҙа ҡасырға әсе елдәрҙән
һиҙмәй ҙә ҡалырмын, нисек һиңә сәләмем ебәрәм (хәлдәр нисек?)
йоҡлап китермен, көтөп яҙғаныңды
25 февраль, тимәк, яҙ яҡын ныҡ
[ҡушымта: lenar15kh]
әллә тыуғанға ҡышын, мин табалмайым ышыҡ
һин күрмәнең минең эске алда ныҡ тышҡы[?]
берәй нимә әйт миңә, яндыр, ҡулға ал шырпы
бул илһамым минең, етәр, булма һағышым[?]
әллә тыуғанға ҡышын, мин табалмайым ышыҡ
һин күрмәнең минең эске алда ныҡ тышҡы[?]
берәй нимә әйт миңә, яндыр, ҡулға ал шырпы
бул илһамым минең, етәр, булма һағышым[?]
Lirik lagu lainnya:
- lirik lagu austin weber - when she calls
- lirik lagu dinerogold - psi
- lirik lagu soul hex - prison of wishes
- lirik lagu dreamshade - a place we called home
- lirik lagu julio sosa - abuelito
- lirik lagu matias juarez & trapzongo - que te parece
- lirik lagu 4ura, brillion. & haley maze - crashing into you
- lirik lagu drive45 - number one fan
- lirik lagu wędrowcy~tułacze~zbiegi - berliner vulkan i (nieporozumienie)
- lirik lagu skye rider - meant to be with