lirik lagu dez (rus) - кисер (forgive)
[«кисер» йырының һүҙҙәре]
[текст песни «кисер»]
[куплет 1]
подъезд тупһалары оҙатып ҡала урамға
әсәй, үпкәләмә, әгәр әҙерәк һуңлаһам
кварталдар аша туранан, вокзалға билет артынан
әсәй, әҙерәк түҙ, бөгөн сығамын ҡайтырға
нисек ике мең һигеҙҙә ҡаршы алғайны баш ҡала
ышандың хыялға, ышынмаһала башҡалар
мамыҡ аяҡтар аҫҡайҙар, беләң, барыһы ла иҫтә
шылтыратыуға яуапҡа, ғәфү ит, әсәй, мин иҫәр
өс йөҙ ҙә алтмыш биш һәм был сәғәттең телдәре
беләң, нисек әсе аҡҡан ваҡыттың телмәре
йоҡоһоҙ үткән төндәрең, сикәләрҙе өҫтә йәштәр
улың яратманы бер ҙә өйҙө, китап тулы кәштә
бер алманы бишкә булдек, беҙ бүлмәне өҫкә
ике ҡыҙ, өс егет ~ әсәй, ҡайҙан алаң көстәр?
булып ҡалаң беҙгә өлгө, беләм, аҡмаҫ бүтән йәштәр
әсәй үҙе изгелеккә мәңгегә ҡуйылған һәйкәл
[куплет 2]
ҡораң тәҙрәләргә ҡорған, һүндерәң бүләләр утты
бөгөн дә ҡайтманы, әллә юлдарҙы онотто
шылтыратыуҙар аҙ, аҙналап бер~ике
улым, нисек һуң хәлдәрең, әсәй, үҙең нисек?
тағы нисәнсе йәй, тағы аҙналар һәм айҙар
әйләнде ирҙәргә урамда сапҡан малайҙар
уйлайһың, аңлайҙар, юлдар ғына йыраҡ
булған хистәремде, әсәй, һалам ошо йырға
иҫтә теге йылдар, минең бала сағым
хәҙер үҙем тоҡандырҙым ғаилә усағын
яҡынайтып ара тағы шылтырар телефон
мин һине яратам, әйтер һүҙҙәрем тик ошо
әсәй, сығам юлға, ялға ебәрҙеләр эштән
ҡайтырбыҙ иртәгә икәүләп кәләш менән
урамдағы дүртенсе йорт, ҡапҡа һаман асыҡ
мин ашығам өйгә, барыһы ла яҡшы…
Lirik lagu lainnya:
- lirik lagu danny dwyer - mortal kombat
- lirik lagu young costello - levantate
- lirik lagu raul clyde & sundaypanic - tbt
- lirik lagu déodat de séverac - chanson pour le petit cheval
- lirik lagu meat beat manifesto - dog star man
- lirik lagu victxrw - ctrl alt del
- lirik lagu mc glauco - último adeus
- lirik lagu ryan adams - kim (live at carnegie hall)
- lirik lagu cyb3r - all black canvas *
- lirik lagu pascale project - be urself