lirik.web.id
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

lirik lagu dez (rus) - бер ғүмер (one life)

Loading...

[«бер ғүмер» йырының һүҙҙәре]

[текст песни «бер ғүмер»]

[куплет 1]
ҡалтырай йөрәге, әллә тибә, әллә үлә
күҙ алдында һаман, аҡҡа буялған түбә
ҡоланы ул түбән, ошоно яҙмыш тинеләр
әгәр ҙә ул китһә, күпмеләр йәшен түгерҙәр?
көсө юҡ түҙергә, инде элеккеләй тугел
бер палатаға һыйған, донъяға һыйырҙай куңел
күҙ йәштәрен түгер, ул бит ҡалды яңғыҙы
ә ҡайҙа туғандар, ҡасан килерҙәр һағынып?
күпме ҡанын тамыҙҙы, хәҙер лайыҡмы ошоға
ышанмай ул һаман, ғүмер бөтөрөн ошолай
һыҙлай тәнендә яралар, күпме ваҡыт үтте хәҙер
яҙмыш ҡайтарһа үткәнен һикреп торорға әҙер
ҡалды ул тоғро үҙенә, ғорур үткәндәре менән
ундайҙарҡы ерҙә, алыштырмаҫ меңдәр
күпте күргән ғүмерендә, моңһоуҙыр уның күҙҙәре
был донъя булһа тау, ул ысынлап үрләне
[ҡушымта]
һораны: «бир ваҡыт», ҡысҡырҙы, үтенде
берәү ишетмәне, янманы ут, һүнде
йоҡоһоҙ ул төндө, үткәрҙе яңғыҙы
ашмаҫ хыялдарҙы бушлыҡҡа ағыҙып
һораны: «бир ваҡыт», ҡысҡырҙы, үтенде
берәү ишетмәне, янманы ут, һүнде
йоҡоһоҙ ул төндө, үткәрҙе яңғыҙы
ашмаҫ хыялдарҙы бушлыҡҡа ағыҙып

[куплет 2]
моңһоу көндәр ҡайнар сәләм, белһәң ине бында нисек
мин хәҙер ойрәндем, барына ҡарарға хисһеҙ
сығып кистем бүлмәләрҙе, йоҡоһоҙ тон яҡтыһында
тыңлап сәғәт йырлағанын, аңлап, нимә тураһында
йырлар усаҡтын ялҡыны, йәнемде эстән өткән
мин төнөн үләмен, һәм тереләмен иртән
иркә йылмайып самалай, шайтандар бында сыҙамай
бары хәлемде белергә, кай саҡ инеп сығалар
белмәйем нимә сығанаҡ, тормош мәғәнәһе ҡайҙа?
мин кисә йәшәнем, ә кемгә бынан файҙа?
ҡанаттар юҡ, осма айға, ергә баҫ аяҡтарҙа
ноль өс һандарында бәлки килер һиңә ярҙам
һиңә ҡулдар ҡаршы ярҙан, болғарҙар оҙатып
күпме тырышһамда, өлгөрмәнем төҙәтеп
ватылған хыялдарыма, кисәге көн булды нөктә
күңелдәге бушлыҡ, йылытмай, өшөтә
[ҡушымта]
һораны: «бир ваҡыт», ҡысҡырҙы, үтенде
берәү ишетмәне, янманы ут, һүнде
йоҡоһоҙ ул төндө, үткәрҙе яңғыҙы
ашмаҫ хыялдарҙы бушлыҡҡа ағыҙып
һораны: «бир ваҡыт», ҡысҡырҙы, үтенде
берәү ишетмәне, янманы ут, һүнде
йоҡоһоҙ ул төндө, үткәрҙе яңғыҙы
ашмаҫ хыялдарҙы бушлыҡҡа ағыҙып


Lirik lagu lainnya:

LIRIK YANG LAGI HITS MINGGU INI

Loading...